Бына-бына башланыр Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан Башҡортостан Башлығы ҡыҙыҡлы флешмоб иғлан итте.
"Фольклориада - сағыу донъяуи ваҡиға. Был еңел булмаған дәүерҙә ул халыҡты күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡарыр һәм барыһының да, ниндәй илдән, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәргә теләгәнен иҫбатлар.
Әлеге ваҡытта беҙгә 22 илдән ҡунаҡтар килеп етте. Ҡунаҡтарҙың Өфөнөң иҫтәлекле урындары, музейҙар буйлап йөрөгән фотоһүрәттәре миңә 1957 йылда Мәскәүҙә үткән йәштәр һәм студенттар фестиваленең дуҫтарса мөхитен хәтерләтә.
Ул саҡта кешеләр ихлас аралашҡан, бер-береһенең ҡайһы яҡтан икәнен һорашҡан, аҙаҡ туғанлашып бөтөп, оҙон-оҙаҡ хат алышҡан, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөгән...
Ошо фотоһүрәт менән мин барығыҙҙы ла милли кейемдәр флешмобына саҡырам, сөнки милли кейем - тарихыбыҙға, ата-бабаларыбыҙға илтер күпер.
Социаль селтәрҙәрҙә милли кейемдәге фотоларығыҙҙы, һүрәттәрегеҙҙе, видеоларығыҙҙы ҡуйығыҙ.
Тарихыбыҙ менән, бер нимәгә лә ҡарамай берҙәм булыуыбыҙ менән ғорурланайыҡ!"- тине Радий Хәбиров.
Флешмоб хэштегтары: #Фольклориада2021 #Башкортостан #WorldFolkloriadaRussia #CIOFF_Russia