4 июлдә был сараны асыуҙа 19 илдән 40-тан ашыу кәсепсе ҡатнаша. Бынан тыш, Өфөнөң, республика райондарының 39 ойошма-предприятиеһы һәм шәхси эшҡыуарҙары үҙ сувенирҙарын, Омскиҙан килгән оҫталар ағастан эшләнгән биҙәү әйберҙәрен тәҡдим итә. Ҡатнашыусыларға өҫтәл һәм стеллаждар ҡуйылған стилләштерелгән ҡыуыштар ҡуйыла
Сит ил ҡунаҡтары республика оҫталарының эштәре менән таныша, башҡорт милли музыка ҡоралдары – ҡумыҙ менән ҡурайҙы эшләүҙе ҡарай ала. Келәм эшләү, кейеҙ баҫыу, туҡыманы художестволы биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Ҡунаҡтар үҙ мәҙәниәте һәм кәсепселек йолалары тураһында һөйләй. Майҙанда көн һайын Өфө һәм сит ил ижади коллективтарының концерттары ҡуйыла. Күргәҙмә 4 июлдә тантаналы асылып, 10-ына ҡәҙәр эшләй.