-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Июль 2021, 15:19

Башҡортостан блогерҙарҙы ҡаршы алды

Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы «Рәсәй буйынса сәйәхәт итәбеҙ» проектына старт бирҙе. 

Башҡортостан блогерҙарҙы ҡаршы алды
Башҡортостан блогерҙарҙы ҡаршы алды

Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы «Рәсәй буйынса сәйәхәт итәбеҙ» проектына старт бирҙе. Ойоштороусылар әйтеүенсә, үҙенсәлекле проект 10 меңдән ашыу яҙылыусыһы булған блогерҙар аша төбәктең туризмын үтерергә ярҙам итәсәк. Өфө Халыҡ-ара аэропорты фольклориада ҡунаҡтарын ғына түгел, Рәсәй блогерҙарын да ҡаршы ала. Егет-ҡыҙҙар республиканың туристик урындары менән танышырға һәм таныштырырға килгән. Һәр береһенең социаль селтәрҙә меңдәрсә яҙылыусыһы бар.

Туризмды үҫтереү өсөн шарттар бик күп, уның менән ҡуллана белеү генә кәрәк. Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан килгән 9 блогерҙың Башҡортостан буйынса сәйәхәте етди осрашыуҙан башланды. Уларҙы Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сәләмләне.

Осрашыу барышында ҡунаҡтар туризм ғына түгел, йәштәр менән эшләү системаһы һәм социаль тармаҡҡа ҡағылышлы һорауҙарға ла яуаптар алды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һуңғы йылдарҙа республикала туризмды үҫтереү буйынса бик күп эш эшләнеүен һәм йыл һайын туристарҙың һаны үҫә барыуын билдәләне.

Биш көнлөк сәйәхәт баш ҡалала старт алды. Программала Өфө урамдары, иҫтәлекле урындары менән танышыу ҡаралған. Артабан блогерҙар Бөрйән, Белорет, Салауат райондары буйлап сәйәхәт ҡыласаҡ. Туймазы районында тыуған Вероника Николаева хәҙер Санкт-Петербургта йәшәй. Республика буйлап экскурсия үтеү минең өсөн яңы туристик урындар асыу мөмкинлеге, ти ул.

«Рәсәй буйынса сәйәхәт итәбеҙ» проекты блогерҙар сәхифәләре аша эске туризмды үҫтереүгә, тәбиғи, тарихи һәм мәҙәни объекттарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанға килгән делегация тәүге һынауҙар менән дә осрашты. Эшҡыуар-сәйәхәтсе Илья Варлахов һүҙҙәренсә, төбәктә бушлай интернет таратыу нөктәләрен күбәйтеү кәрәк.

Проектта барлығы 6 төбәк һәм алты тиҫтәгә яҡын блогер ҡатнаша. Һайлап алыу этабын үтеү өсөн төп шарт – социаль сәхифәлә яҙылыусылар һаны 10 меңдән күберәк булырға тейеш.

Читайте нас