

Сит ил коллективтары Өфөгә 1 июлдә килә башланы. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә улар Рәсәй йолалары, мәҙәниәте менән танышырға өлгөрҙө.
Фольклориадала эшләгән тәржемәсе-ирекмәндәр ҡунаҡтар менән аралашыу ваҡытында беҙҙең илдә уларҙы иң аптыратҡан мәлдәрҙе теркәп барған:
“Рәсәйҙә бөтөн ашҡа ла укроп һалалар икән! Австрияла уны бары тик бер нисә аш төрө өсөн ҡулланалар”.
“Кураторыбыҙҙың сәйенә һөт һалып эсеүе беҙҙе аптыратты! Сәй менән һөттө ҡушалар икәнен белмәй инек. Калининград ҡалаһы Европала булһа ла, Рәсәй биләмәһе булыуын да бында килгәс кенә белдек”, - ти Панаманан вәкилдәр.
“Рәсәйҙә балалар атаһының фамилияһын һәм исемен генә йөрөтә икән. Беҙҙә иһә ике фамилия һәм ике исем бирелә – атайҙыҡы һәм әсәйҙеке”, - тип аптырашта ҡалған Колумбия ҡунаҡтары.
“Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡарабойҙай ярмаһын ашап ҡараныҡ һәм… тәмен бөтөнләй аңламаныҡ. Һеҙ уны нисек ашайһығыҙ?” – тип аптырай Испания коллективы.