+14 °С
Облачно
Мәғлүмәт
6 Июля 2021, 04:25

Рәсәй беренселегендә беҙҙән өс призёр

Башҡортостандың өс вәкиле грэпплинг спорт көрәше буйынса Рәсәй беренселеге призёрҙары булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй беренселегендә беҙҙән өс призёрРәсәй беренселегендә беҙҙән өс призёр
Рәсәй беренселегендә беҙҙән өс призёр

Видное ҡалаһында уҙған ярыштарҙа Стәрлетамаҡ районы ҡыҙҙары почёт пьедесталының беренсе һәм икенсе баҫҡысына күтәрелде. Республиканың Спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 53 килограмлыҡ үлсәмдә Аделина Мырҙабаева еңеү яулаһа, ә 49 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә Валерия Давыдова көмөш миҙал алды. Шулай уҡ 43 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә Карина Мырҙабаева шәхси копилкаһына көмөш миҙаллы булды. Был яулаған уңыштары Башҡортостан спортсыларына ил йыйылмаһы составында донъя беренселегендә сығыш яһарға мөмкинлек бирәсәк.  

Читайте нас