Учалы районының Наурыҙ ауылына йәшәгән Рәмил Солтанов 1961 - 1964 йылдарҙа әрме хеҙмәтен Венгрияның Кечкемет ҡалаһында водитель булып үтә, дивизия штабы начальнигын йөрөтә. Һалдат бурысын үтәгәс тә, сит илдә ҡалып, военторгта водитель булып эшен дауам итә. Дүрт йылдан ашыу Венгрияла йәшәү дәүерендә Рәмил Искәндәр улы мадъяр телен ныҡлы өйрәнә һәм иркен аралаша.
Ул Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда үтәсәк тигән хәбәрҙе ишеткәс, моғайын, венгрҙар ҙа килер әле тип өмөтләнә. Тап Учалыла улар сығыш яһаясағын белгәс, "шатлығымдың сиге булманы", - ти туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған ветеран.
Сара башланыр алдынан парадҡа әҙерләнгән делегациялар араһынан венгрҙарҙы шунда уҡ милли кейемдәренән танып, уларҙың телендә “Сербус мадьярок!“ - тип сәләмләне. Быны көтмәгән фестиваль ҡунаҡтары тәүҙә аптырабыраҡ ҡалды, һуңынан үҙ телдәрендә ихлас аралаша башланылар. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.
Фольклориада ҡунаҡтары тап Кечкемет ҡалаһынан булып сыҡты. Халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә “Кечкемет” исемен йөрөтә икән.
Сарала икенсе булып сығыш яһаған мадъярҙар үҙҙәренең сағыу кейемдәре, дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙы әсир итте, бигерәк тә “Чардаш” бейеүе һоҡландырҙы. Ә сығыштарының иң аҙағында башҡортса “Ҡарабай”ҙы башҡарған саҡтарында учалылар ҙа ҡушылып йырланы.
Форсаттан файҙаланып, Рәмил Искәндәр улы ярҙамында, делегация етәксеһе Мария Ланг менән аралаштыҡ. Уның һөйләүенсә, Фольклориадаға барырға йыйынғас, башҡортса берәй популяр булған халыҡ йырын өйрәнергә булалар. Башҡортостандан Фольклориаданы ойоштороусылар “Ҡарабай”ҙың аудиояҙмаһын тәҡдим итә.
"Йырҙы бер ай тирәһе өйрәндек. Ғалимдар беҙҙең тарихи тамырҙарыбыҙҙың бер булыуын күптәнән иҫбатланы бит, был фонетикала һәм лексикала ла сағылыш тапҡан. Мадъяр телендә лә “һ”, ө”, “ү”, “ә” өндәре бар, шуға күрә йырҙы өйрәнеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы, уның көйө беҙҙең йырҙарҙыҡына ла оҡшап китә", - тине Мария.
“Кечкемет” ансамбле артистары Башҡортостандың тәбиғәтенең иҫ киткес күркәм, башҡорт милли аштарының телде йоторлоҡ, халҡының ҡунаҡсыл булыуын да билдәләне.
Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған ветеран да туғандаш халыҡ менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.
“Йәшлегемдең иң сағыу мәле үткән Венгрияны йәнә күргәндәй булдым, пандемияға ҡарамай, ошондай донъя кимәлендәге сараны уҙғарырға батырсылыҡ иткән республика етәкселегенә, бар ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - тине ул.