25 майҙан алып ил буйынса кешбэк программаһы эшләй башланы. Шарттар ябай: “Мир” системаһы ҡулланыусыһы булырға һәм кешбэк программаһына ингән лагерҙар араһынан кәрәкле учреждениены һайларға кәрәк. 5 эш көн эсендә сумманың бер өлөшө кире ҡайтарыла.
Федераль программаға ярашлы, путевканың 50 процентын, йәғни 20 мең һумдан артмаған сумманы ҡаплау мөмкинлеге бар. Матди ярҙам бының менән генә сикләнмәй. Федераль программа буйынса юллама һатып алыусылар республика бюджетынан да дөйөм сумманың 30 процентын ҡайтара ала.
Күпселек ата-әсәләр юлламарҙы алдан һатып алғанлыҡҡа күрә, компенсациялар барыһына ла түләнмәй. Ләкин 15 июндән Дәүләт порталы аша сумманың өлөшөн ҡатарыу өсөн заявка ҡалдырырға мөмкин. Бының өсөн килешеүҙе һәм түләү тураһында документ күрһәтеү кәрәк. Шулай уҡ «Мир» түләү системаһы номерҙарын күрһәтеү шарт.