“Торатау” конгресс-холында “Фольклориада йөрәге” фестиваленең сираттағы көнө үтә.
Сәхнәлә бөтә донъянан ижади коллективтар сығыш яһай. Сараның махсус ҡунағы – Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө.
Тапшырыу бөгөн, 8 июлдә, киске сәғәт 6-ла башлана. Уны БЮТ телеканалында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә (https://vk.com/wall-27097047_258504) һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһы сайтында (folkloriada2021.com) ҡарарға мөмкин.