+2 °С
Облачно
Мәғлүмәт
8 Июля 2021, 06:28

Фольклориада дауам итә

Фестиваль ҡунаҡтары республиканың туғыҙ район-ҡалаларында ҡунаҡта булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фольклориада дауам итәФольклориада дауам итә
Фольклориада дауам итә

Бөгөн иһә Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория,  Коста-Рика, АҠШ, Швейцария һәм Албания вәкилдәре Учалы яҡтарына юлланды. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы Тәтешле районы ла ҡабул итә, унда 15.00. сәғәттә Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай һәм Бенин артистары сығыш яһаясаҡ. Ошо уҡ сәғәттә Борайҙа - Фәләстан, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния , ә Октябрьский ҡалаһында Польша, Боливия, Рәсәй, Болгария, Мексика коллективтары үҙ тамашаларын тәҡдим итәсәк.

“Торатау” конгресс-холлының өҫтәге майҙансығында Ҡаҙағстан, Испания, Индонезия, Австрия, Колумбия артистарының сығыштарын күрергә мөмкин. Шулай уҡ киске 18.00 сәғәттә Словакия, Панама, Греция вәкилдәренең  концерты була.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас