Диджей ҡуйған дәртле музыка аҫтында икенсе смена тантанаға йыйыла. 5 отряд та сараға махсус әҙерләнеп килгән. Һәр ҡайһыһының исеме, девиз һәм йыры бар. Пандемияға бәйле балаларға йәйге лагерь биләмәһенән ситкә сығыу тыйылған. Шуға ла 21 көн дауамында улар вожатыйҙар ҡулында ҡала.
Ошо тәңгәлдә һәр көн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булһын өсөн урында төрлө саралар ойоштороу ҡаралған. Ял итеүселәр менән тәжрибәле педагог-ойоштороусылар шөғөлләнәсәк. Улар араһында Башҡорт дәүләт университеты студенты Руслан Нафиҡов та бар. Ул лагерҙа дүртенсе йыл эшләй.
Лагерҙың икенсе сменаһын рәсми асыу тантанаһы тамамланыу менән балалар уйынға сумды. Һәр отрядта өсәр педагог-ойоштороусы. Ял итеүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн халыҡ уйындарын замансалаштырылған.
Бөрө районы биләмәһендә быйыл ике һауыҡтырыу учреждениеһы эшләй. «Урман әкиәте» тип исемләнгәнендә йәйге миҙгел осоронда 400-ҙән ашыу баланың ял итәсәге күҙаллана. Урында йәшәүселәр өсөн генә түгел, күрше район-ҡалаларға ла асыҡ ҡала. Әйткәндәй, төбәктең «Аҡсарлаҡ» ял үҙәге биләмәһендә заманса палатка лагерына нигеҙ һалынды. Июндә башланған эш бөгөн тамамланыу алдында.
Дүртәр урынлыҡ 40 турист палаткаһынан торған лагерь Шәмсетдин күле ярында урынлашҡан. Проект район бюджеты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Быйыл ул һынау рәүешендә асылһа, киләһе йылдан балаларҙы ҡабул итәсәк.