-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Июль 2021, 12:05

ӨДАТУ-ның хәрби кафедраһын тамамлаусы офицерҙарға дипломдар тапшырылды

Республикала офицерҙар әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йортон быйыл 50-нән ашыу йәш лейтенант тамамланы. Бер нисә көндән улар хәрби хеҙмәт юлын дауам итеү өсөн Рәсәй хәрби частарына оҙатыласаҡ. Килешеү буйынса өс йыл хеҙмәт иткән маҡсатлы егеттәр хәрби йүнәлештә йәки гражданлыҡ хеҙмәтендә эшләй ала.

сәлимә ҡаранаева
Фото: сәлимә ҡаранаева

Хәрби уҡыу йорттарындағы күптәнге традиция буйынса сығарылыш студенттары күккә тәңкәләр һибеп, алдағы хеҙмәт юлының уңышлы булыуын теләй. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған офицерҙар туған республикаһында хәрби белем туплап алыҫ тарафтарға юлланырға әҙәрләнә. Йәш лейтенанттарға тантаналы шарттарҙа дипломдар тапшырылғас, егеттәрҙең тормошонда яңы осор башлана.

Башҡортостанда офицерҙар әҙерләү кафедраһы Өфө дәүләт авиация техник университетында ғына ойошторолған. Хәрби белем биреү факультеты Рәсәй Ҡораллы Көстәре өсөн офицерҙар әҙерләүсе Хәрби уҡытыу үҙәгенән һәм запастағы офицерҙар әҙерләүсе хәрби кафедранан тора. Диплом тапшырыу тантанаһы хәрби белем үҙләштергән егеттәрҙең ата-әсәләре өсөн дә тулҡынландырғыс мәл.

Өфө дәүләт авиация техник университетында хәрби хеҙмәт факультеты 1944 йылда ойошторолған. Ошо ваҡыттан алып уҡыу йортонда 18 меңдән ашыу офицер әҙерләнгән. Уларҙың күбеһе һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып төрлө дәрәжәләргә ирешеп, хәрби вазифаларҙа хеҙмәт итеп йөрөй.

50-нән ашыу Башҡортостан офицеры бер айҙан Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына хәрби бүлектәргә юлланасаҡ. Улар Калининградтан алып Владивостокка тиклем, хатта Ҡырғыҙ Республикаһына юл тотасаҡ. Килешеү буйынса хәрби хеҙмәт өс йылға иҫәпләнгән, әммә тәжрибәгә ярашлы егеттәр артабан хеҙмәт юлын ошо йүнәлештә дауам итә.

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас