-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Июль 2021, 15:33

Матур ял өсөн рәхмәт!

Беҙ, Ләйлә Нөғәмәнова менән Лиза Белова, Ҡырҙас ауылы ҡыҙҙары, һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ни өсөн тиһегеҙме? Матур ял бүләк иткәнегеҙ өсөн.

Беҙ, Ләйлә Нөғәмәнова менән Лиза Белова, Ҡырҙас ауылы ҡыҙҙары, һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ни өсөн тиһегеҙме? Матур ял бүләк иткәнегеҙ өсөн.    Март һанында баҫылған "Ҡоштар тураһында нимә беләһең?" тигән викторинала ҡатнашып, еңеүсе булдыҡ һәм Кесе Ямантау һуҡмағына сертификат менән бүләкләндек. Һәм бына беҙ ҡурсаулыҡта. Беҙҙе оҙатып йөрөү өсөн Лена исемле апайҙы тәғәйенләнеләр.    Өләсәйем, Айбулат апам (әсәйҙең ағаһын беҙҙә апа тиҙәр), уның улы Айрат һәм беҙ, Лиза менән Ләйлә, тау түбәһенә табан юл алдыҡ. Тирә-яҡ шундай гүзәл - һоҡланып туйғыһыҙ! Ҡайҙалыр, яҡында ғына , кәкүк саҡыра, ҡоштар һайрай. Сылтырап аҡҡан шишмәнән һауыттарыбыҙға һыу тултырып алып, Лена апайҙың һөйләгәндәрен тыңлай-тыңлай , тауға күтәреләбеҙ, ә һуҡмаҡтың оҙонлоғо 7 км. Һәр км һайын ял итеү урындары һәм ҡурсаулыҡ тураһында мәғлүмәт стендтары бар. Иң һуңғы туҡталышта йәтеш кенә ағас өй тора. Эсендә боронғоса һике (беҙҙә урындыҡ тиҙәр) эшләнгән. Тоҙ, шырпы кеүек кәрәкле әйберҙәр , кәрәсинле шәм, һауыт-һаба ла бар.    Был өйҙән һуң тигеҙ урын китә . "Альп болоно" тиҙәр икән. Ә ул туғайҙың хозурлығы! Бейек үләндәр араһында бик һирәк осрай торған сәскәләр, дарыу үләндәре... Уларҙың береһен дә өҙөргә ярамай. Сәскәләрҙән сәскәләргә төрлө төҫтәге күбәләктәр оса.     Һәм бына беҙ түбәгә лә менеп етәбеҙ. Бында 2010 йылда көслө янғын булған икән. Янған ағас төптәре, көл-күмер шул турала һөйләй.     Тәбиғәт таштарҙан ниндәй генә формалар килтереп сығармаған!..Йүгерешеп йөрөп таштарҙы тикшерәбеҙ. Ә алыҫҡа ҡараһаң... Бына исмаһам матурлыҡ! Бындай матур ерҙәр беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ғыналыр ул! Бындай гүзәллекте күрергә ярҙам иткән апай-ағайҙарға меңдән-мең рәхмәттәр уҡып, ҡайтыр юлға ла сығабыҙ.      Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һау-сәләмәт булығыҙ, эштәрегеҙ уң, "Аманат"ыбыҙ тағы ла яҡшыраҡ булһын!

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас