+14 °С
Облачно
Мәғлүмәт
12 Июля 2021, 07:09

Уҡыуға ҡабул итеү буйынса һорауҙар ҡабул итәбеҙ

Бөгөн 18.30 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалы студияһында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин “Ҡабул итеү кампанияһы-2021” темаһы буйынса тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Һөйләшеүҙә шулай уҡ республика юғары уҡыу йорттарының ректорҙары ла ҡатнаша.

Университеттың сайтында уҡырға ҡабул ителеү тураһында бойороҡто нисек табырға? Дөйөм ятаҡҡа нисек урынлашырға? Студентҡа уҡыу йортонда прививка яһатырға мөмкинме? Быйыл дистанцияла уҡытыу буласаҡмы? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуап биреләсәк.

Үҙ һорауҙарығыҙҙы әле үк ошо һылтанма буйынса инеп, комментарийҙарҙа ҡалдырырға мөмкин: https://vk.com/wall-27097047_258801. Яуап тура эфирҙа биреләсәк.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ
Читайте нас