-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Июль 2021, 11:26

Ҡатын-ҡыҙҙар ниңә шундай?

Әкиәттәге толпар кеүек ҡатындар бар:Ҡанатланып, сабып осоп китерлектәр,Тормош юлын ише менән шулай бергәКүҙ асып йомғансы елеп үтерлектәр.

Ҡатын-ҡыҙҙар ниңә шундай?
Ҡатын-ҡыҙҙар ниңә шундай?

Әкиәттәге толпар кеүек ҡатындар бар:
Ҡанатланып, сабып осоп китерлектәр,
Тормош юлын ише менән шулай бергә
Күҙ асып йомғансы елеп үтерлектәр.

Һандуғастай моң даръяһы ҡатындар бар:
Йырҙарынан илерткәндәр, иҫерткәндәр,
Таң атҡансы шашып-янып һайрағандар,
Бер ғүмерҙә ҡырҡ ғүмерҙе кисерткәндәр.

Йөк атындай хеҙмәт иткән ҡатындар бар:
Мәңге аяғөҫтө йоҡлап сабыр иткән,
Бәйге аттарына ҡыҙмай, көнләшмәйсә,
Үҙ өлөшөн яҙмышы тип ҡабул иткән.

Эт шикелле тоғро йәнле ҡатындар бар:
Киләсәген тик берәүгә бәйләгәндәр,
Өшөһә лә, асыҡһа ла, өйҙө һаҡлап,
Эйәһенең уң ҡулына әйләнгәндәр.

Бесәй һымаҡ йомшаҡ, наҙлы ҡатындар бар:
Мырлап ҡына, йырлап ҡына көн иткәндәр,
Хужаларын тәне менән йылытҡандар,
Ҡыйырһытһаң – тырнаҡтарын күрһәткәндәр.

Балыҡ кеүек өнһөҙ-тынһыҙ ҡатындар бар:
Ғүмер буйы тып-тын ғына йәшәгәндәр,
Алтынмы ул, шымамы ул, ялтырмы ул,
Ауыҙ асып, һүҙҙе ситкә сәсмәгәндәр.

Йылан төҫлө борғоланған ҡатындар бар:
Һығып алған, бығау булып муйынына,
Эй ыҫылдай, теле менән иркәләй ҙә,
Тик эсендә ағыу, һыуыҡ ҡуйыны ла.

Ҡатын-ҡыҙҙар ана шундай төрлө-төрлө,
Йә ҡояшлы, йә ямғырлы һәр бер көнө...
Булмыштары йәнәш түгел миҙгелдәрме:
Сыуаҡ яҙмы, әллә инде илаҡ көҙмө?

Ир-егеттәр ҡулдарында, ҡуйынында –
Ҡатын-ҡыҙҙың осоштары, аймылыштары.
Ер менән күк, һыу менән ут, ҡара һәм аҡ –
Ике заттың үҙе яҙған яҙмыштары.

Автор: Зөһрә Ҡотлогилдина
Читайте нас: