Документ бөгөндән ҡабул ителә. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында тултырырға була, йәки урындағы Пенсия фонды бүлексәһендә тапшырырға мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса мәктәпкә барған һәр бала өсөн 10 мең һум түләнә. Аҡса ата-әсәнең банк иҫәбенә 16 августан күсерелә башлай.