-23 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Июль 2021, 12:47

Андрей Василевский – донъяла иң-иңе!

Бишенсе финал уйынында ҡапҡасы Андрей Василевскийҙың «Тампа-Бей Лайтнинг» клубы үҙ боҙонда «Монреаль Канадиенс»ты 1:0 иҫәбенә еңеп, икенсе тапҡыр рәттән Стэнли кубогын яуланы! Дөйөм иҫәп – 4:1.

Яҡташыбыҙ, «Салауат Юлаев»тың тәрбиәләнеүсеһе үҙ ҡапҡаһын оҫта һаҡланы, бер гол да үткәрмәне. Бының менән ул НХЛ рекордын яңыртты. Плей-оффта Василевский биш уйында бер гол да үткәрмәй, һоҡланғыс уңышҡа иреште! Шуға ла үҙенә «Конн Смайт Трофи» призы тапшырылды. Cөнки ул плей-оффтың иң яҡшы уйынсыһы булып танылды.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас