-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Июль 2021, 10:03

Бөгөн – Тәмле ризыҡ көнө

Рәхим итегеҙ: эремсектән бәлеш Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!

Бөгөн – Тәмле ризыҡ көнө
Бөгөн – Тәмле ризыҡ көнө

Эремсектән бәлеш

Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!

Өс стакан он, ярты стакан шәкәр, 1/4 сәй ҡалағы сода, 100 грамм аҡ май алабыҙ.

Эслек өсөн: ярты килограмм эремсек, ярты стакан шәкәр, өс йомортҡа, бер семтем ванилин.

Тәүҙә аҡ майҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләп, аҡ май, шәкәр менән бергә ыуабыҙ. Унан сода өҫтәйбеҙ.

Артабан эремсекте иләк аша үткәреп, йомортҡа, шәкәр менән бергә туғыйбыҙ. Форманы майлап, ярты ҡамырҙы йәйәбеҙ. Өҫтөнә эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡушабыҙ. Мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас