-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Июль 2021, 09:33
1

Бишбүләк районы үҙәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө тамамланыу алдында

320 уҡыусыға иҫәпләнгән социаль объект 1 сентябрҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип көтөлә.

Бишбүләк районы үҙәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө тамамланыу алдында
Бишбүләк районы үҙәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө тамамланыу алдында

320 уҡыусыға иҫәпләнгән социаль объект 1 сентябрҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип көтөлә. Өс ҡатлы заманса уҡыу йорто телдәрҙе төплө өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Инглиз, немец, француз, төрөк һәм ғәрәп телен уҡытыу өсөн педагоктар штаты тупланған. 

Бишбүләктә сафҡа инәсәк учреждение бинаһында әле эштең ҡыҙыу мәле, сөнки килешеү буйынса дәрестәр сентябрҙән үтә башлаясаҡ. Өс ҡатлы бинала буяу һәм биҙәү эштәре тамамланғас, синыфтар уҡыу ҡоролмалары менән йыһазландыраласаҡ.

Сифатлы төҙөлөш материалдарынан һалынған мәктәптә белем алыу өсөн заманса шарттар булдырыла. Уҡыусыларҙы китапхана, музыка һәм информатика кабинеттары, спорт залы, медицина үҙәге һәм интерактив ҡоролмалар менән йыһазландырылған синыфтар көтә. Урындағы халыҡ көтөп алған объект төҙөлөшөнә ҡаҙнанан 272 млн һум аҡса йүнәлтелгән. 

Алты мең квадрат метр тәшкил иткән майҙанда уҡыусыларҙың көндәлге өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡараласаҡ. Футбол, волейбол һәм башҡа спорт уйындарын уйнау өсөн залдар әҙерләнә. Әйткәндәй, мәктәп асылғас район үҙәгендә сменаларға бүлеп уҡытыу тамамлана.

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡарары буйынса Башҡортостанда яңы мәктәптәр төҙөлөшөнә федераль бюджеттан 2 млрд һум аҡса бүленә. Был суммаға республика райондарында заман талаптарына яуап биргән объекттар сафҡа инәсәк. Бишбүләктә һалынған мәктәп кеүек мәғариф усаҡтары белемле, көслө уҡыусыларҙы тәрбиәләүгә тағы ла бер этәргес булып тора.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас