-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Июль 2021, 11:03

Мәктәпкә әҙерләнәбеҙ

Ҡыҙыу мәл. Мәктәп уҡыусылары өсөн әле иң ҡыҙыу мәл етте. Уҡыу башланырға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Ата-әсәләр балаларына уҡыу кәрәк-яраҡтарын, кейем-һалымды алдан хәстәрләп ҡуйырға тырыша.

Мәктәпкә әҙерләнәбеҙ
Мәктәпкә әҙерләнәбеҙ

Мәктәп уҡыусылары өсөн әле иң ҡыҙыу мәл етте. Уҡыу башланырға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Ата-әсәләр балаларына уҡыу кәрәк-яраҡтарын, кейем-һалымды алдан хәстәрләп ҡуйырға тырыша. 

Һәр мәктәптә формаларҙың үҙ төҫө. Күп осраҡта–зәңгәр, ҡара, көрән төҫтәр. Баҙарҙа был формаларҙы 1800 һумдан алып була. Туҡыма  йөҙ процент полиэстер булғанға бындай форма кейгән баланың тәне тын алмаясаҡ. Вискозанан торған ҡыҙҙар һәм малайҙар формаһын  3500 һумдан табып була. Ә сауҙа үҙәктәрендә мәктәп формаларының хаҡы - 8 мең самаһы. Был формаларҙың туҡыма составтары яҡшыраҡ. Уны кейгән баланың тәне тирләмәй, туҡымаһы өбөрсөләнмәйәсәк. Форманы оҙаҡ  кейергә теләүселәр булһа, туҡыма составында 5-10 процент полиэстер өҫтәлгәнен һайларға кәрәк икән.

Ғәбдөковтар ғаиләһе мәктәпкә май аҙаҡтарынан әҙерләнә башлаған. Эльвира апай менән Илдус ағайҙың балалары Әлиә – һигеҙенсегә, Илмир – бишенсегә, Ислам – беренсе синыфҡа бара. Яйлап йыйынғанғамы  аҡсаның күпләп киткәне һиҙелмәй.

 - Канцтауарҙарҙы май аҙағында ташламалар булған осорҙа етерлек алып ҡуйған инек. Июнь баштарында рюкзактар алдык. Бәләкәсенә арҡаһына йомшаҡ һәм дөрөҫ ятҡан  ортопедик рюкзакты - 4000 меңгә алһаҡ, Әлиә үҙенә – 1200, Илмир – 2000-леген һайланы, ти Ғәбдөковтар.

Азалия Аҫылбәкова алтынсы синыфҡа бара. Ата-әсәһе менән форма эҙләп йөрөмәйәсәктәр. Быға тиклем дә мәктәп формаһын бер генә ерҙә тектергәндәр.

Әмир Ғәлин өсөнсө синыфҡа бара. Ул әсәһе менән күлдәк һайлап йөрөй. Күлдәктәрҙең иң арзаны – 500, ҡыйбаты – 1500 һум тора. Малайҙарҙың күлдәге ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда арзаныраҡ. Белгестәр 100 процент кизе-мамыҡтан торған күлдәк алырға кәңәш итә. Баҙарҙа ундай күлдәктәр 1000 самаһы торһа, сауҙа үҙәктәрендә 400-500 һумға ҡыйбатыраҡ. Кейемдең ҡыйбатлыһын алмаҫҡа тырышам ти, Алһыу апай.

Сауҙа үҙәгендә Миләүшә исемле ҡыҙҙы осраттым. Ул туғыҙынсы синыфҡа уҡырға барасаҡ. Миләүшә әсәһенең кәңәштәрен тотоп, үҙенә сифатлыраҡ һәм өҫ яғы тишекле булған аяҡ кейеме һайлай. Ҡыҙ кейем һайлауға ла етди ҡарай, сөнки киләсәктә стилист буласаҡмын, тип тә әйтеп өлгөрҙө.

Балалар бина эсендә көнө буйы аяҡ кейемендә йөрөй. Мәктәптәрҙә эҫе, тимәк, аяҡтар ҙа тирләй. Белгестәр мәктәп өсөн аяҡ кейеме тәбиғи күндән булғанын һайларға кәңәш итә. Дермантин, йә иһә экотиренән яһалған аяҡ кейемдәрендә аяҡтар тын алмай. Икенсенән, аяҡ кейеменең табан аҫты тигеҙ булырға тейеш түгел, йәғни аяҡ кейеменең супинаторы һәм бер-ике сантиметр бейеклектәге үксәһе булыуы шарт. Өсөнсөнән, аяҡ кейеменең өҫкө өлөшө тишекле булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Август айының икенсе яртыһы – мәктәп аяҡ кейеменең иң ҡыйбатлы сағы. Сифатлы аяҡ кейеме кәмендә өс-дүрт мең һум торасаҡ. Мәктәп аяҡ кейеменең иң арзан  ваҡыты – июнь-июль һәм сентябрь айҙары.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас