Бөтәһе республика буйынса коронавирусҡа ҡаршы прививканы уҡытыусыларҙың 46 проценты эшләткән.
Яңы уҡыу йылы алдынан прививкалау кампнаияһына Белорет педагогия училищеһы коллективы ла ҡушылырға ҡарар итте. 2021 йылдың май – июнь айҙарында унда яңы коронавирус инфекцияһының тарала, бер нисә хеҙмәткәр һәм студент зарарлана. Ошондай хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫ өсөн уҡытыусылар ваҡытында прививка эшләтергә ҡарар иткән.
14 июлгә ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, колледж хеҙмткәрҙәренең 38 проценты вакцина эшләткән дә инде. Июль аҙағына тиклем коллективтың 100 процентның вакциналаныуын тәьмин итеү планлаштырыла.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы республика уҡытыусыларына 1 сентябргә тиклем коронавирустан вакцина эшләтергә тәҡдим итә.
Медицина күрһәтмәһенән тыш вакциналауҙан баш тартҡан осраҡта эшкә индермәүҙәре ихтимал. Министрлыҡьың 2021 йылдың 15 июлендәге приказына ярашлы, вакцина эшләткән уҡытыусыларға өҫтәмә ял көндәре бирелә. Әйткәндәй, БР Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙҙәренең 79,3 проценты вакциналанған да инде.