Бөйөк башҡорт прозаигының романдары, повестары, күп һанлы хикәйә һәм очерктары тәбиғәткә, кешеләргә, тормошҡа оло һөйөү, миһырбанлыҡ хисе менән һуғарылған. Олуғ яҙыусының тәбиғәт менән гармонияла, татыулыҡта йәшәргә саҡырған әҫәрҙәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар һәр заманда ла көнүҙәк булып ҡала.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, халҡыбыҙҙың лайыҡлы улын оло юбилейы менән ихлас ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел бөтөнлөгө, артабан да яҡындарының, меңәрләгән уҡыусыларының һөйөүен, ихтирам-хөрмәтен тойоп, йылы һүҙҙәрен ишетеп, һөйөнөп йәшәүен теләйбеҙ. Мәңгелек тормош һабағы булыр бай ижадығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле Ноғман Сөләймән улы!