0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Июль 2021, 11:08

Бөгөн - Металлургтар көнө.

Бөгөн - Металлургтар көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә был тармаҡтың ике алдынғы эшсеһе тураһында яҙҙы.

Бөгөн - Металлургтар көнө.
Бөгөн - Металлургтар көнө.

"Һоҡланғыс кешеләр тормошо" рубрикаһында бөгөн - Белорет кешеләре, улар инде егерме йылдан ашыу металлургия сәнәғәтендә хеҙмәт итә, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы. - Сергей Симонов Белорет металлургия комбинатына эшкә Белорет металлургия техник лицейын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас уҡ урынлашҡан. Тәүҙә кран машинисы булған. 2004 йылдан иһә - канаттарҙы урау буйынса машинист. Үҙенең цехындағы ҡорамал үҙенсәлектәрен тулыһынса үҙләштергән. Эшкәртеү нормаһын 160-170 процентҡа үтәй.

 

Шулай уҡ уның цехтағы коллегаһы Александр Апросичев һәр айҙа планды арттырып бойомға ашыра. Ул - сымдарҙы ҡыҫып нәҙегәйтеүсе, бишенсе разрядлы оҫта. Һәр ваҡыт продукцияны юғары сифатлы итеп һәм бер ниндәй етешһеҙлекһеҙ сығара.

Әйткәндәй, Сергей менән Александр икеһе лә быйыл "Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы" тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Уларҙы һәм республика металлургия сәнәғәтенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым!"

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас