Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Бөрйән районында 13 гектар майҙанда урман яна. Хеҙмәткәрҙәр уттың таралыуын туҡтатҡан, әммә әлегә тулыһынса һүндерелмәгән. Шулай уҡ Күгәрсен һәм Ейәнсура районында ла урман янғындары теркәлгән. 15 апрелдән Башҡортостандың урман фондында барлығы 218 ут сығыу осрағы асыҡланған. Күп осраҡта улар кеше факторы менән бәйле, тигән ҡарашта белгестәр.