-17 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Июль 2021, 08:21

Өфәлә донъя виртуозы Юлияна Кривошапкинаның оҫталыҡ дәрестәре үтте

Өс көн дауам иткән сарала теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Яҡут ҡыҙы хомуста, йә иһә ҡумыҙҙа уйнау техникаһын өйрәтеп кенә ҡалманы, ат булып кешнәү, ҡош булып һайрау, япраҡтар шыбырҙауы кеүек төрлө тауыштар сығарыу серҙәрен дә асты. Музыкант Башҡортостан халҡына төрки телле йәштәрҙең "Урал моңо" конкурс-фестиваленең 2010 йылдағы еңеүсеһе булараҡ билдәле.

Өфәлә донъя виртуозы Юлияна Кривошапкинаның оҫталыҡ дәрестәре үтте
Өфәлә донъя виртуозы Юлияна Кривошапкинаның оҫталыҡ дәрестәре үтте

Бынан тыш, Юлияна Крипошапкина республикалағы бик күп күләмле проекттарҙа сығыш яһап тамашасы һөйөүен яуланы. Оҫталыҡ дәрестәренең тап Өфөлә үтеүенә музыканттың социаль аккаунтында ойошторолған конкурста Дүртөйлө районы егетенең еңеү яулауы сәбәпсе булған.

"Онлайн форматта үткән беренсе Халыҡ-ара фестиваль-конкурста Арыҫлан өс төрлө хомуста уйнап аптыратты. Бер ниндәй музыкаль белеме булмаған йәш егеттең уйын ҡоралдарында эш итә белеүе һоҡландырҙы. Өҫтәүенә, ул ағас, тимер ҡумыҙҙарҙы ла үҙе эшләй" - тине 

Юлияна Кривошапкина.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас