Республиканың иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеһына ҡараған кибететтә бөгөн кишер күренмәй. Әлеге мәлдә йәшелсәнең был төрөнә ҡытлыҡ күҙәтелә тип әйтеп булмай. Шулай ҙа яңы уңыш килтерелмәгәс, хаҡы ла билдәһеҙ ҡала. Федераль сауҙа селтәрҙәрендә экзотик емештәрҙән айырмалы, йәшелсәгә хаҡтар ныҡ тешләшә, тауар сифаты ла аҡһай. Халыҡ контролерҙарының да супермаркетҡа тәүгә килеүе түгел, етәкселеккә ҡарата быға тиклем дә шелтә яһалған. Әммә, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Ә был сауҙа селтәре вәкилдәре үҙҙәре үк хаҡтарҙың ай үҫәһен көн үҫеүен билдәләй. Сәбәбен генә аңлата Нисек кенә булмаһын, белгестәр йәшелсәгә хаҡ артыуы ваҡытлыса күренеш тигән фекерҙә. Сөнки үҙебеҙҙә етештерелгән һәм үҫтерелгән продукцияға ҡытлыҡ күҙәтелмәй.