Ҡунаҡтар шағир һәм яугир Ярлы Кәримгә арналған стенд менән танышты. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мең ырыуҙары советы әҙерләп Айыт урта мәктәбенә бүләк итте.
Бынан тыш, Мең ырыуҙары ҡоро Ярлы Кәримдең портретын да эшләткән ине, һүрәт ауыл китапханаһына тапшырылды. Киләсәктә учреждениеға Ярлы Кәрим исемен биреү теләге лә әйтелде.