+15 °С
Облачно
Мәғлүмәт
23 Июля 2021, 07:08

Яҡындарын уйлаған һәр педагог вакцина эшләтергә бурыслы

Өфөнөң 61-се гимназияһының уҡытыусыһы Лилиә Кинйәғолова прививканы һәр кем ныҡлап уйлап яһатырға тейеш, тип иҫәпләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡындарын уйлаған һәр педагог вакцина эшләтергә бурыслыЯҡындарын уйлаған һәр педагог вакцина эшләтергә бурыслы
Яҡындарын уйлаған һәр педагог вакцина эшләтергә бурыслы

Өфөнөң 61-се гимназияһының уҡытыусыһы Лилиә Кинйәғолова прививканы һәр кем ныҡлап уйлап яһатырға тейеш, тип иҫәпләй.

- Мин тәүге вакцинаны -- июнь айында, ә икенсеһен июлдә яһаттым. Был аҙымды төрлө яҡлап уйлағандан һуң ғына яһаным. Былтыр көҙ коронавирус менән сирләгәндән һуң, был зәхмәт менән башҡаса "осрашырға" теләмәҫ инем. Беҙҙең мәктәп коллективындағы 56 педагогтың 47-һе вакцина яһатты. Был яҡшы күрһәткес, әйтергә кәрәк, коллегаларым был аҙымға үҙҙәре теләп барҙы. Ҡалғандары ла яҡын арала үҙенең хәүефһеҙлеген ҡайғыртмаҡсы.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республика уҡытыусыларына 1 сентябргә тиклем коронавирустан прививка яһатырға тәҡдим иткәйне. Медицина күрһәтмәһенән тыш вакцинациянан баш тартҡан осраҡта уҡытыусыларға белем бирергә рөхсәт итмәүҙәре мөмкин. Министрлыҡтың 2021 йылдың 15 июлендәге бойороғона ярашлы, вакцинация үткән уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә ял көндәре бирелә, хеҙмәт хаҡы ла һаҡлана.

Автор:Лилиә Хәлитова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-07-22/ya-y-u-yu-yylynda-vaktsina-ya-atma-an-pedagogtar-y-eshl-tm-k-tig-n-feker-men-n-kileshm-yem-2427947 

Автор:"Йәшлек" гәзитенән
Читайте нас