-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Июль 2021, 10:05

Бөгөн – Парашютсылар көнө!

Бөгөн Парашютсылар көнө икән!1930 йылдың 26 июлендә совет осоусыларының бер төркөмө Воронеж өҫтөндә парашюттан һикерә. Артабан 26 июль парашютсылар көнө булараҡ билдәләнә башлай. Спорттың был төрө Советтар Союзында йылдам үҫеш ала. Шулай ҙа парашютта һикереү датаһы байтаҡҡа алдараҡ - ХХ быуат баштарында була. Уны махсус белеме булмаған Глеб Котельников атлы кеше уйлап сығара. 1911 йылда ул яңылығына патент та ала.

Бөгөн – Парашютсылар көнө!
Бөгөн – Парашютсылар көнө!

1930 йылдың 26 июлендә совет осоусыларының бер төркөмө Воронеж өҫтөндә парашюттан һикерә. Артабан 26 июль парашютсылар көнө булараҡ билдәләнә башлай. Спорттың был төрө Советтар Союзында йылдам үҫеш ала. Шулай ҙа парашютта һикереү датаһы байтаҡҡа алдараҡ - ХХ быуат баштарында була. Уны махсус белеме булмаған Глеб Котельников атлы кеше уйлап сығара. 1911 йылда ул яңылығына патент та ала.

Бөгөн иһә Рәсәйҙә самолёттан, аэростаттан һәм башҡа осоу аппараттарынан парашют менән 10 меңләгән һикереш яһала. Парашюттар авиацияла, әрмелә, спортта һәм кешелектең башҡа өлкәһендә киң ҡулланыла, парашют спорты буйынса ярыштар ҙа уҙғарылып тора.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас