+18 °С
Ясно
Мәғлүмәт
26 Июля 2021, 04:38

Өфөләге студенттар кампусы төҙөлөшөнә федераль грант алыуға заявка ебәрелгән

Ғилми, спорт, мәҙәни инфраструктура үҫешен тәьмин итеүсе саралар планы бының менән генә сикләнмәй. Республика башлығы Радий Хәбиров юғары белем һәм фән үҫешен тәьмин итеүгә амбициялы пландар ҡора.

Өфөләге студенттар кампусы төҙөлөшөнә федераль грант алыуға заявка ебәрелгәнӨфөләге студенттар кампусы төҙөлөшөнә федераль грант алыуға заявка ебәрелгән
Өфөләге студенттар кампусы төҙөлөшөнә федераль грант алыуға заявка ебәрелгән

Йәш көстәрҙе Башҡортостанда ҡалдырыу буйынса ойошторолған стратегик сессияла «Сириус» мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева ла ҡатнашты. Йәмәғәт эшмәкәрен төбәктә тормошҡа ашырылған уңышлы социаль проекттар менән дә таныштырҙылар. БЮТ каналы хәбәрсеһеГөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Кесе йәштән үк химия, физикаға һөйөү уятыу маҡсатында Өфө үҙәгендә лаборатория һынауҙары ойошторолдо. Балаларға ябай тел менән шыйыҡ азот үҙенсәлектәрен, Менделеев таблицаһын, ерҙең тартым законын аңлаттылар. Уйын формаһында фәнгә ылыҡтырыу дәресе «Ғаилә фестивале» сиктәрендә үтте. Сарала ҡатнашыусылар өсөн төрлө интерактив майҙансыҡтар эшләне, малай-ҡыҙҙар инглиз телен өйрәнеп, ижади һәләттәрен асһа, ата-әсәләр тар профилле белгестәрҙән бушлай консультациялар алды.

Ғаилә фестивалендә «Сириус» мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева ла ҡатнашты. Ул республиканың коммерциялы булмаған ойошмалары тормошҡа ашырған алдынғы социаль проекттар менән танышты. Осрашыуҙа үҫеп килгән быуындың һәләттәрен асыу мөмкинлектәре лә ҡаралды. Уларҙы белем тауына әйҙәүҙә заманса алымдар ҡулланыу мотлаҡ.

Фән һәм мәғариф өлкәһендә лидерҙар тәрбиәләү мәсьәләһе стратегик сессияла ҡаралды. Йәш көстәрҙе республикала ҡалдырыуға көрәш иғлан ителде. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, аспиранттар, ғалимдар власть органдары менән берлектә проблеманы хәл итеү юлдарын барланы.

Һәләтле быуын тәрбиәләүҙә уҡытыусыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шуға педагогик кадрҙарҙы көсәйтеү, уларҙың белемдәрен арттырыу – тәүмаҡсат. «Аврора» үҙәген генә алайыҡ, өс йыл эсендә Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары һаны артыуы күҙәтелә. Уңыш нигеҙе - «Сириус» мәғариф ойошмаһы моделе буйынса эшләүҙә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, мәғариф өлкәһендә үҫеш нөктәләре башҡа район-ҡалаларҙа ла барлыҡҡа киләсәк.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, тик амбициялы проекттарҙы тормошҡа ашырып, уңышҡа өлгәшергә мөмкин. «Евразия» ғилми-мәғариф үҙәген ойоштороу – тәүге еңеү генә. Башҡорт дәүләт университеты янында кампус төҙөлөшөнә федераль заявка ебәрелгән. Тиҙҙән Iq-парк та асыла. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йорттарына киләһе йылдан 75-әр миллион һумлыҡ гранттар тапшырыла башлауы ла – фәнни үҫеш нигеҙе.

Мәктәпте тамамлаусыларҙың өстән бер өлөшө башҡа төбәк вуздарына уҡырға инә. «Аҡыллы баштарҙы» Башҡортостанда ҡалдырыу – көн талабы. Ошо маҡсатта Берҙәм дәүләт имтихандарын йөҙ балға тапшырып, Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенә ҡараған вуздарҙы һайлаусыларға 150 мең һумлыҡ премия булдырылды.

Ил кимәлендә юғары белем биреү локомативы ойоштороу – Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының ҡушылыу башланғысы ла республика кимәлендә хуплау тапты.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас