Конкурста Рәсәйҙең, БДБ, сит илдәрҙең музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыған ете йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Жюри составына Мәскәү, Ҡазан консерваторияларының һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының арҙаҡлы уҡытыусылары инәсәк.
Сарала ҡатнашыу өсөн конкурстың sabitov-competition.com рәсми сайтындағы ғаризаны тултырырға кәрәк. Уға ҡатнашыусының 640х480 пикселдән кәм булмаған форматтағы фотоһын һәм конкурсанттың тыуыу тураһындағы таныҡлығын йәки паспортын (исем-шәрифтәрен, тыуыу датаһы, серияһы, номеры, кем тарафынан һәм ҡасан бирелеүе, теркәлеү урынын теркәргә (JPEG, JPG форматта) кәрәк. Тағы шуныһы: ғаризаларҙы 20 октябргә тиклем ебәреү зарур. 20 октябрҙән һуң килгән ғаризалар һәм видеояҙмалар ҡаралмаясаҡ.