27 июлдә гамбургерҙың тыуған көнө билдәләнә. Шундай ризыҡтың булыуына ресторатор Луи Лэссенға рәхмәтлебеҙ. Ул Нью-Хейвен ҡалаһында килеүселәрҙе тәүге тапҡыр үҙенсәлекле бутерброд менән һыйлаған. Ә билдәле McDonalds корпорацияһы етәкселеге белдереүенсә, 1880 йылда Техас штатынан Флетчер Дэвис иң беренселәрҙән булып үҙенең гамбургерын әҙерләгән.
Тағы ла шундай мәғлүмәт тә билдәле: Лесковац тигән ҡалала был ризыҡты яратыусылар йәшәй икән. 2010 йылда аш-һыу оҫталары донъялағы иң ҙур гамбургерҙы әҙерләгән. Уның ауырлығы 29 килограмды тәшкил иткән, эслек өсөн 51 килограмм ит тотонолған.