+20 °С
Облачно
Мәғлүмәт
27 Июля 2021, 04:35

Фильм ҡарарға килегеҙ!

Уның геройы – 2015 йылда Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяғын да юғалтҡан Рөстәм Нәбиев.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фильм ҡарарға килегеҙ!Фильм ҡарарға килегеҙ!
Фильм ҡарарға килегеҙ!

Бөгөн, 27 июлдә, киске сәғәт 8-ҙә Ағиҙел ярындағы амфитеатрҙа “30 000 ударов” документаль фильмының премьераһы була.

Фильмдың геройы – 2015 йылда Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяғын да юғалтҡан Рөстәм Нәбиев. 2020 йылдың сентябрендә ул альпинизм тарихында беренсе булып Эльбрусты яуланы. Был юлды ул ҡулдарында үтте.

Әлеге фильм үҙ-үҙеңә ышаныстың мөғжизә тыуҙырыуын үҙенә лә, башҡаларға ла иҫбат иткән һәм мөмкин булмаҫтайҙы башҡарған спортсы хаҡында. Ул физик сикләүҙәрҙе еңеп сығыу, ауыртыу-һыҙланыуҙарға ҡарамаҫтан, һөйөү хаҡына йәшәү теләге тураһында бәйән итә.

Фильм тамамланғас, экспедиция командаһы “30 000 ударов” фильмын төшөргән төркөм: Рөстәм Нәбиев, Иоанн Чечнев, режиссер Дмитрий Олейник һәм продюсер Лариса Олейник менән осрашыу була. Әйткәндәй, картина республика Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән төшөрөлгән.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас