Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң йүнәлешле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙа. Ғайса Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы донъя күрә.
Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә. 1956 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙа.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ғайса Батыргәрәй улы башҡа бүләктәрен менән бер рәттән 2006 йылда үҙененең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында арҙаҡлы яҡташы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хөрмәтенә булдырылған премияға ла лайыҡ була.
Ғалимдың ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Ғайса Хөсәйенов менән хушлашыу 28 июлдә иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Степан Злобин урамы, 42-се йорт адресы буйынса була. Ул тыуған ауылында ерләнәсәк.