-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Июль 2021, 09:14

Илеш ҡыҙына уңыштар теләйек

Бөгөн,  Токиола барған XXXII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан Алһыу Минәжева каноэ буйынса үҙ көсөн һынай.

Илеш ҡыҙына уңыштар теләйек
Илеш ҡыҙына уңыштар теләйек

Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майында шөғөлләнә башлаған. Республика байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай.

Алһыу был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн 2019 йылдағы донъя чемпионатында һайлап алынғайны. “Биш-һигеҙ йыл элек Олимпия уйындарында ҡатнашыу минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Был уңышым нигеҙендә, әлбиттә, көсөргәнешле хеҙмәт, өҙлөкһөҙ күнекмәләр, тренерҙарымдың, миңә төрлө яҡлап булышлыҡ иткән кешеләрҙең ярҙамы ята", - тип белдергәйне яҡташыбыҙ “Каякер.ру” сайтына биргән интервьюһында.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас