Имтихан аудиторияла түгел, ә төрлө йыһаздар ҡуйылған кабинала тапшырыла. Тренажерҙар һәм симуляция шарттарында ординатура студенттары оҫталыҡтарын күрһәтә. Илдус Әхтәмов 2019 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетынын тамалағандан һуң, шунда уҡ йөрәк һәм ҡан тамырҙары йүнәлеше буйынса уҡыуын дауам итә. Ул буласаҡ кардиохирург.
Ординатураны тамамлағандан һуң, аккредитация үтеү - һәр студент өсөн еңел булмаған һынау. Шулай булыуға ҡарамаҫтан буласаҡ табиптар үҙҙәрен тыныс тота. Быға тиклем дә йыл дауамында студенттарға күп профилле аккредитация-симуляция үҙәгендә тәжрибә туплаған. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, беренсел махсуслаштырылған аккредитация үтеү буласаҡ табиптарға медицина өлкәһенә юл аса.
Быйыл беренсел махсуслаштырылған аккредитацияны 67 йүнәлеш буйынса 1452 белгес үтә. Дауалау эше, педиатрия, медицина профилактикаһы һәм стамотология факультетарында белем алыусылар имтихандарҙы тәү сиратта тапшырған. Уларға баһалар уҡыуҙарын дауам итеү өсөн кәрәк. Һынау тотоусыны кабинала ҡуйылған камералар ғына күҙәтә.
Күп профилле аккредитация-симуляция үҙәгендә имтихан тапшырыу, табип эшенә рөхсәт алыу барлыҡ талаптарға яуап бирә. Сығарылыш курсы студенттары Өфөлә үткән аккредитация менән Рәсәйҙә генә түгел, Германияла ла пациенттарҙы дауалай аласаҡ.
Аккредитация үтеүсе һәр этапта ла имтиханды ҡабаттан тапшыра ала. Бөтөнләй һынау үтә алмаусылар юҡ кимәлдә, ти республиканың медицина палатаһы рәйесе. Әлеге көндә имтиханды 36 йүнәлеш белгестәре үткән, ҡалғандарын йыл аҙағына тиклем аккредитациялау бурысы тора.