

Күҙҙәр кеүек, беҙҙең ҡолаҡтарыбыҙ ҙа бик үҙенсәлекле:
Тышҡы ҡолаҡ тирә-яҡтағы тауыштарҙы ҡолаҡ ҡабырсағы ярҙамында туплап, уларҙы урта ҡолаҡҡа еткерә.
Урта ҡолаҡ алынған тауыш вибрацияларын көсәйтеп, уларҙы эске ҡолаҡҡа илтә.
Эске ҡолаҡ был вибрацияларҙы электр тулҡындарына (сигналдарға) әйләндереп, уларҙы мейегә ебәрә.
Күреү процесындағы шикелле, ишетеү процесы ла мейеләге «ишетеү үҙәгендә» тормошҡа аша.
Мейегә нисек яҡтылыҡ үтмәгән кеүек, баш мейеһе тауыш өсөн дә ябыҡ, ул тауыш үткәрмәй. Тышта ни ҡәҙәр тауыш булһа ла, мейе эсе бөтөнләй тып-тын була. Шуға ҡарамаҫтан, билдәле бер диапазондағы бөтә тауыштар ҙа мейе тарафынан яҡшы тойомлана. Тауыш үткәрмәгән мейегеҙ күп халыҡ йыйылған урындың бөтөн ғауғаһын ишетер, әммә, шул уҡ ваҡытта махсус бер инструмент менән мейегеҙ эсендәге тауыш дәрәжәһе үлсәнһә, мейегеҙҙә бөтөнләй тынлыҡ булғаны күренәсәк.
Тауыш сифаты өсөн дә тырышлыҡтар тиҫтәләгән йылдар буйы дауам итә. Тауыш яҙыу аппаратуралары, музыкаль үҙәктәр, электроник ҡорамалдар, тауышты һиҙеүсе музыкаль системалар – былар ул тырышлыҡтарҙың ҡайһы берәүҙәре генә. Ләкин ҡолаҡтыҡы кеүек асыҡ һәм сифатлы тауышҡа әле берәү ҙә ирешә алмаған. Мәҫәлән, иң заманса музыкаль үҙәкте алып ҡарайыҡ. Яҙған ваҡытында тауыштың бер өлөшө юғалыр, йәки бер ни тиклем ҡамасау итеүсе бүтән тауыштар барлыҡҡа килер, йәки музыкаль үҙәкте ҡабыҙған ваҡытта, әле тауыш башланмаҫтан алда, «сытырт» иткәнен ишетерһегеҙ һәм башҡаһы. Ә кеше ҡолағы иһә һис бер заман, музыкаль үҙәктәге кеүек, «сытырт» йә «сыйт» иткән ҡамасаулаусы тауыштар менән бергә ишетмәҫ, тауыш нисек булһа, уны шулай бөтөн һәм асыҡ килеш тойомлар. Был хәл кеше яратылған тәүге көндән алып бөгөнгәсә шулай дауам итә.
Әммә, күреү һәм ишетеү феноменын да тыш тағы бик бөйөк бер хаҡиҡәт бар... Биология, физиология һәм биохимия китаптарында мейеләге күреү һәм ишетеү нисек барлыҡҡа килеүен аңлатыусы күп кенә дәлилдәр менән танышырһығыҙ. Әммә был тема менән бәйле булған иң мөһим бер хаҡиҡәтте һис бер ерҙә лә осрата алмаҫһығыҙ: ☝🏻 мейелә был электр сигналдарын тауыш, күренеш, еҫ һәм хис булараҡ тойомлаусы КЕМ ул? Мейенең эсендә бит бөтә был нәмәләрҙе тойомлаусы бер зиһен бар. Кем эйә ул зиһенгә? Әлбиттә, был зиһенде мейенең төҙөлөшөндә булыусы нервылар, май ҡатламы һәм нерв күҙәнәктәре булдыра алмай. Бына шуға күрә лә, һәр нәмә матдәнән ғибәрәт, тип иҫәпләүсе дарвинист-материалистар был һорауға һис тә яуап таба алмайҙар. Сөнки был зиһен – ул Аллаһ тарафынан яратылған беҙҙең рух (йән). Беҙ телевизор, компьютер кеүек йәнһеҙ предмет, йыһаз түгелбеҙ, беҙ бөтә ошо күренештәрҙе, тауыштарҙы һәм башҡа нәмәләрҙе тере йән булараҡ тойомлайбыҙ һәм ҡабул итәбеҙ.
Был асыҡ хаҡиҡәт тураһында уҡыған һәр кешегә беҙгә шундай күҙҙәр һәм ҡолаҡтар биреүсе Бөйөк Аллаһ тураһында уйланып, Унан ҡурҡып, Уға шөкөр итеп, Уны яратып, Уға һыйыныу кәрәк.