-2 °С
Ясно
Мәғлүмәт
30 Июля 2021, 03:48

Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге йылҡы малының рәсемдәре табылды

Волга буйы археология музейы хеҙмәткәрҙәре экспедицияһы барышында был асышҡа нигеҙ һалынды. Ғалимдар фекеренсә Бөрйәндәге таш йорт стеналарында тәүтормош кешеләре таш дәүерҙә һунар иткән аттар төшөрөлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге йылҡы малының рәсемдәре табылдыШүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге йылҡы малының рәсемдәре табылды
Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге йылҡы малының рәсемдәре табылды

Йылҡы малы бер аҙ килбәтһеҙ йәғни ҙур башлы, йыуан муйынлы, ҡыҫҡа аяҡлы итеп һүрәтләнгән. Уларҙы тап Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә кеше ҡулға эйәләштергән, артабан өйрәтеп алған. Ғалимдар был хәл яҡынса 4 мең йыл элек булған тип фаразлай. Уларҙың фекеренсә, мәмерйәлә һаҡланған рәсемдәр боронғо һунарсыларҙың йолаһын сағылдыра.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас