-3 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Июль 2021, 10:25

Өфөнөң Еңеү паркында «Десантсыларҙың быуындар берлеге» тип аталған арт-объект асылды

«Ҡанатлы пехота»ны данлап. Өфөнөң Еңеү паркында «Десантсыларҙың быуындар берлеге» тип аталған арт-объект асылды. Тантаналы сарала һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары, курсанттар, кадеттар ҡатнашты.

Өфөнөң Еңеү паркында «Десантсыларҙың быуындар берлеге» тип аталған арт-объект асылды
Өфөнөң Еңеү паркында «Десантсыларҙың быуындар берлеге» тип аталған арт-объект асылды

"Ҡанатлы пехота" парашютта ергә төшөп килә. Ерҙә уларҙың ҡаһарманлығын үҫмер күҙәтә. Десантсыларҙы данлаусы һәйкәлдә дүрт быуын вәкиле һынландырылған. Бөйөк Ватан һуғышы, локаль бәрелештәр яугирҙары менән заман геройы ғорур баҫып тора. Монументаль композицияны асыу тантанаһында Рәсәй Геройы, Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Владимир Шаманов та ҡатнашты. Генерал-полковник билдәләүенсә, һауа-десант ғәскәрҙәре ойошоролоуға 91 йыл тулыу уңайынан федераль кимәлдә оло саралар планлаштырылған. Әммә Өфөләгеһе айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Һәйкәлде асыу тантанаһында Рәсәй Геройы Михаил Калашниковтың тол ҡатыны Фәйрүзә Борһанова ла саҡырылғайны. Был осраҡлы түгел. Сөнки арт-объектта бөйөк конструкторҙың хәрби ҡоралы ла мәңгелләштерелә.

Еңеү паркында асылған арт-объект – мәңгелек хәтер билдәһе. Сарала ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән яу яланы, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған десантсыларҙы иҫкә алды. Дин әһелдәре иһә үҙ сығышында Ватанды һаҡлау һәр кемдең изге бурысы булыуын билдәләне.

Еңеү паркында асылған монументаль композиция меңдәрсә үҫмерҙе оло еңеүҙәргә әйҙәр тип көтөлә. Сара сиктәрендә һәйкәл алдында киләһе быуындарға мөрәжәғәт менән ваҡыт капсулаһы һалынды. Уны 2055 йылда - һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә генә асыу планлаштырылған. Локаль бәрелештәр ветерандары билдәләүенсә, элиталы ғәскәргә эләгеү - үҙе бер еңеү.

Арт-объект янынан зәңгәр береттар китергә ашыҡманы. Илдең төрлө төбәгенән килә улар. Һоҡланғыс күренеш. Туғанлыҡ билдәһе. Башҡортостан рәссамдары ла арт-объектты юғары баһаланы. Һәйкәлдең бейеклеге ун метрҙан ашыу. Ул бронзанан ҡойолған. Десантсыларҙың хәрби машинаһы ла композицияны тулыландырырға ярҙам итә

Сара сиктәрендә Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросов һәйкәленә лә сәскәләр һалынды. Еңеү паркында көн дауамында байрамса атмосфера хакимлыҡ итте.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас