+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Август 2021, 09:57

ҠАРБУЗДЫ НИСЕК ҺАЙЛАРҒА?

Ҡарбуздың күпләп һатыуға сыҡҡан мәле. Тик ҡайһы саҡ, ул йә өлгөрмәгән, йә иһә татһыҙ булып сыға. Һутлы ҡарбузды һайларға ярҙам итәсәк бер нисә кәңәш бирәйек әле.

ҠАРБУЗДЫ НИСЕК ҺАЙЛАРҒА?
ҠАРБУЗДЫ НИСЕК ҺАЙЛАРҒА?
Ҡарбуздың күпләп һатыуға сыҡҡан мәле. Тик ҡайһы саҡ, ул йә өлгөрмәгән, йә иһә татһыҙ булып сыға. Һутлы ҡарбузды һайларға ярҙам итәсәк бер нисә кәңәш бирәйек әле.

– Ҡарбузды баҙарҙан (бигерәк тә ерҙә яткандарын), юл ситтәренән алмағыҙ, ундағы емештәр ҡанәғәтләндерерлек шарттарҙа һаҡланмай.

– Кибеттән алған осракта ла, бөтөн ҡарбузды ғына һайлағыҙ. Ҡарбуз кибеттә киҫәкләп ятҡанда, уға бактериялар эләгә һәм уны киҫкән кешенең гигиена ҡағиҙәләренә теүәл башкарған тигән гарантия юҡ.

– Ҡарбуздың ҡабығы ялтырап торорға, ярылған урындары булмаҫҡа тейеш.

– Ҡарбузды шаҡып ҡарағанда, ул яңғырап торорға тейеш, әгәр тауыш тоноҡ булып сыға икән, ундай ҡарбузды алмағыҙ, ул йә өлгөрмәгән, йә боҙола башлаған.

– Һары табы 5-10 сантиметрҙан да ҙурыраҡ булмаһа яҡшы, сөнки был осраҡта ҡарбуз күпмелер ваҡыт ҡояшһыҙ урында өлгөргән була.

– Емеште ҡыҫып ҡарағанда сатнау тауышы сыҡһа, был яҡшы ҡарбуз (ҡыҫҡанда ғына саманы белеп ҡыҫығыҙ).

– Иң “дөрөҫ”, натураль ҡарбуздар һатыуҙа август уртаһында ғына барлыҡҡа килә
 
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: