+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Август 2021, 13:42

Көмөш миҙаллы командала - Башҡортостан егете Тимур Сафин!

Яҡташ спортсыбыҙ Тимур Сафин кисә Токиолағы Олимпиадала фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында көмөш миҙал яуланы.

сәлимә Ҡаранаева
Фото:сәлимә Ҡаранаева

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереп, спортсыны ихлас ҡотланы:"Эйе, был көмөш. Әммә ул планетаның төп ярыштарыныҡы! Хәҙер тағы бер спортсыбыҙҙы Өфө аэропортында ҡосаҡлап, сәскәләр, сәк-сәк менән ҡаршы аласаҡбыҙ. Тимур Сафин Рәсәй йыйылма командаһында Антон Бородачев, Кирилл Бородачев, Владислав Мыльников менән бергә Токиолағы Олимпиадала икенсе булды.Спортсыларыбыҙҙың финалдағы алышы айырыуса көсөргәнешле барҙы. Йә француздарҙан еңелдек, йә юғары класс күрһәттек. һөҙөмтәлә ошо миҙал - ныҡлы һыналған һәм лайыҡлы.Тимур Сафин - Өфөнөң 19-сы спорт мәктәбе һәм спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Олимпия уйындары чемпионы һәм призеры, Европаның өс тапҡыр чемпионы һәм призеры, донъя чемпионаты призеры. Тимурҙың тренерҙары - Фәрит Йәүәт улы Арыҫланов, Лира Рим ҡыҙы Грушина һәм Руслан Рафиҡ улы Насибуллин.Ҡотлайбыҙ! Спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларҙы өйҙә көтәбеҙ!" - тип яҙҙы республика Башлығы.

Автор:Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: