Мин - Азалия Дәминдарова булам. Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынанмын. Миңә - 12 йәш, быйыл етенсе синыфҡа уҡырға барам. Тик бишле билдәләренә генә белем тауына үрләйем. Бешеренергә яратам, торттарҙың бөтә рецептарын да беләм. Сәсемдең оҙонлоғо - 90 сантиметр! Һеҙҙең дә сәстәрегеҙ тиҙ үҫһен тиһәгеҙ, көн дә һәйбәт итеп ҡарарға кәрәк, бальзам-маскалар һөртөргә, шулай уҡ кесерткән, ромашка төнәтмәләре менән йыуырға!