Тышта томаааан. Тәүҙә тәҙрәнән томан таралғанын танмай торҙом.Тәпешкәлә тупһаға тетрәндәп тартып, танауым тарбайтып томанға танау тыржайттым. Тәпә! Тамсы тама тимерҙән!Тып...тып...тып...Тәмде тамсыны татыным да татыным...Турғайҙар тамсыға төшөп тәскелдәшәләр...Тын тултырғансы томанды тапап - тыңҡыслап түшкә тултырҙым. Түшем танауыма төкөгәндәй тиклем тиртеп, түпәләй тулды!Төндә танауым, табаным, түш тирәм, терһәгем томбаҙығанға торһааам... тамағым тығылған, танауым тонған, тән температурам туҡһанға туғыҙ таяҡ тиклемдән тула ти...