+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Август 2021, 11:19

Бәхет – алтын урталыҡта.

«Беҙ һеҙҙе урталыҡ менән барыусы өммәт иттек»✨, - ти мосолмандар хаҡында Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 2:143).

сәлимә Ҡаранаева
Фото:сәлимә Ҡаранаева

«Беҙ һеҙҙе урталыҡ менән барыусы өммәт иттек», - ти мосолмандар хаҡында Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 2:143).Бәхет – алтын урталыҡта. Артыҡлыҡта ла һәм етешһеҙлектә лә түгел, саманы белмәүҙә лә һәм күреп еткермәүҙә лә түгел. Бер һүҙ менән әйткәндә, сиктәрҙе үтмәүҙә. Аллаһ Тәғәлә лә беҙҙе бынан иҫкәрткән. Алтын урталыҡ – Исламдың девизы. Ғилемдәре булып та уға ярашлы ғәмәл ҡылмағандар һәм ғилемһеҙ була тороп ғибәҙәт ҡылыусылар араһында мосолмандар урталыҡты тота. Ислам – ул белем һәм ғәмәл, йән һәм тән.Алтын урталыҡ бар нәмәлә лә, шул иҫәптән ғибәҙәттә лә булырға тейеш. Мөьмин кеше үҙен саманан тыш күп нәфел (өҫтәмә) ураҙалар, нәфел намаҙҙар һәм төнгө намаҙҙа тороуҙар менән йонсоторға тейеш түгел. Мәғлүм булыуынса, эштәрҙең иң яҡшыһы – аҙ булһа ла, даими эшләнгәне. Ғибәҙәткә был тәү сиратта ҡағыла. Әгәр кеше үҙенә хәленән килмәҫлекте йөкләһә, ул тиҙ генә хәлдән тайып, аҙаҡ бөтөнләй бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ. Өҫтәмә ғибәҙәттәр менән үҙен хәлһеҙлеккә һәм йонсоуға дусар иткән кешенең берәй көндө хатта фарыз (мотлаҡ эшләргә тейешле) ғибәҙәттәрҙе лә үтәргә хәленән килмәүе мөмкин.Алтын урталыҡ ҡағиҙәһе аҡса сарыф итеүҙә лә булырға тейеш – һаранлыҡ менән исраф араһында урталыҡты тотоу. Аллаһ Тәғәлә мөьминдәр хаҡында шулай ти:✨«Улар (үҙ мал-мөлкәтен) сарыф иткәндә исраф итмәй һәм һаранлыҡ күрһәтмәй, ә бының (йәғни исраф итеү менән һаранлыҡтың) араһында урталыҡты тота»✨ («Айырғыс» сүрәһе, 25:67).Үҙ-үҙеңде тотошта ла алтын урталыҡ булырға тейеш – күңелһеҙлек һәм саманан тыш көлөү араһында, ҡатылыҡ һәм артыҡ йомшаҡлыҡ араһында, даими яңғыҙлыҡ һәм кешеләр менән саманан тыш күп аралашыу араһында. Ислам – ул бар нәмәлә лә алтын урталыҡты тотоу. Тормошҡа мөнәсәбәттә, кешеләр менән мөғәмәләлә. Артыҡ күп тә түгел, артыҡ аҙ ҙа түгел. Ә күпме кәрәк, нәҡ шулай.

(https://vk.com/club117353022 ошо төркөмдән алынды)

Автор:Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: