Илдә коронавирус йоҡтороусылар кәмей. Әммә үлем осраҡтары арта. Был турала оператив штабтан хәбәр итәләр. Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 260 кешелә асыҡланған, уларҙың 9-ы вафат булған. 120 пациент дауаханаларҙан һауығып сыҡҡан. Вакцинаның тәүге компонентын 940 мең ярымдан ашыу, икенсеһен 688 мең 600-ән күберәк кеше яһатҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикала вакциналау буйынса эште һүлпәнәйтмәҫкә ҡушты. Республикала стационар пункттарҙа, шулай уҡ мобиль нөктәләрҙә коронавирустан вакцина яһатырға була. КОВИД-ҡа ҡаршы шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 218-19-19.