-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Август 2021, 11:32

Кураторҙарға 5 мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса түләнәсәк.

Техникум, колледж төркөмдәре кураторҙары 1 сентябрҙән 5 мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса аласаҡ.

сәлимә Ҡаранаева
Фото:сәлимә Ҡаранаева

Техникум, колледж төркөмдәре кураторҙары 1 сентябрҙән 5 мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса аласаҡ. Рәсәйҙең резерв фондынан айлыҡ түләүҙәр өсөн 89,9 млн һум аҡса бүленгән.2021 йылда илдең төбәктәренә был маҡсатта 2,79 млрд һум аҡса бүленәсәк. Был аҡсаны субъекттарға таратыу РФ Хөкүмәте ҡарарында раҫланған. 2020 йылда Владимир Путин бындай түләүҙәрҙе мәктәп уҡытыусылары индергән ине. Ул былтыр сентябрҙән түләнә башланы. Был саралар РФ Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Мәғариф" милли проекты программаһын ярашлы тормошҡа  ашырыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: