+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Август 2021, 10:58

Мәжит Ғафури исемендәге йәмәғәт премияһының быйылғы лауреаттары билдәләнде

Ул йыл да Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры тыуған көнөнә тап килтерелеп тапшырыла килә. Бүләкләнеүселәр араһында Өфө, Ҡазан ҡалаларынан тыш, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡырым республикаһы һәм Австралия вәкилдәре бар.

Сәлимә Ҡаранаева
Фото:Сәлимә Ҡаранаева

Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры йәшәгән урынды, ундағы боронғо йыһаз һәм ҡулъяҙмалар менән яҡындан танышырға тырыша улар. Әҙәби кисәләрҙең тап ошо бинала үтеүе осраҡлы түгел. Сираттағы сарала Мәжит Ғафури исемен йөрөткән йәмәғәт премияһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Флүр Сибәғәтов та бар.

Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәре менән бөгөн дә ҡыҙыҡһыныусылар юҡ түгел. Әленән әле уның ижады нигеҙендә яңы әҫәрҙәр донъя күрә. Уны халыҡ шағир булараҡ ҡына түгел, драматург, фольклорсы итеп тә танып белә. Һәр әҫәре фәнни эшкә торошло.

Мәжит Ғафуриҙың нәҫел-тамырҙары Табын ырыуының атаһы Майҡы бейгә барып тоташыуы мәғлүм. Тарихи сығанаҡтарҙа ул Кәлсер-Табын ырыуы вәкиле тип билдәләнгән. Ниндәй милләт кешеһе икәне лә паспортта асыҡ яҙылған.

Үҙ халҡының шағиры, милли әҙәбиәт классигының әҫәрҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Ваҡыт ағымынан да ҡулъяҙмаларына туҙан ҡунмаған. Башҡорт ырыуҙарын берләштергән «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосын өйрәнеп, яҙып ҡалдырыуға ла быйыл 111 йыл тулды.

Автор:Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: