+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Август 2021, 12:40

Тимур Сафин Өфөгә ҡайтты

Бөгөн төндә Олимпия уйындары еңеүсеһе, яҡташыбыҙ Тимур Сафин Өфөгә ҡайтты.

сәлимә Ҡаранаева
Фото:сәлимә Ҡаранаева

Бөгөн төндә Олимпия уйындары еңеүсеһе, яҡташыбыҙ Тимур Сафин Өфөгә ҡайтты. Уны Өфө аэропортында Башҡортостан спорт министрлығы етәкселеге, тренерҙар, спортсылар, туғандары, дуҫтары, күп һанлы көйәрмәндәре ҡаршы алды.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан спортсыһы фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Токиолағы Олимпия уйындарында көмөш миҙалға лайыҡ булғайны.Тимур Сафин 2016 йылғы Олимпиадала Рәсәй йыйылма командаһы составында чемпион булғайны, ә шәхси иҫәптә бронза яулаған. Сафин күп һанлы донъя, Европа, Рәсәй беренселектәрендә пизлы урындар алған, ул Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 2016 йылғы Олимпиадалағы уңыштары өсөн Дуҫлыҡ ордены менән наградланған.

Автор:Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: