-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Декабрь 2024, 15:46

Банк картағыҙҙы бер кемгә лә бирмәгеҙ

Киберҡараҡтар тураһында ҡат-ҡат һөйләһәк тә артыҡ булмаҫ. Улар үҫмерҙәрҙе  һәм йәш-елкенсәкте дроппер сифатында файҙалана. Дроппер – сит аҡсаны бер ҡулдан икенсеһенә тапшырыусы кеше.

Банк картағыҙҙы бер кемгә лә бирмәгеҙ
Банк картағыҙҙы бер кемгә лә бирмәгеҙ

Ҡараҡтар үҙ исеменә алынған банк картаһын ҡуллана алмай бит инде, ул сағында банктағы  мәғлүмәттәр буйынса полиция тиҙ арала эҙенә төшөр ине. Дроппер үҙенең картаһын ҡараҡтарға биреп ҡуя йә уларҙың ҡушыуы буйынса урландыҡ аҡсаларҙы иҫәптән иҫәпкә күсерә, банкоматтан ҡулаҡса ала йәки һала, ҡараҡтарға үҙенең онлайн-банкына инергә рөхсәт бирә.

Кемдәрҙе йәлеп итәләр?

Ғәҙәттә, киберҡараҡтар ҡулына аҡсаға мохтажлыҡ кисергән үҫмерҙәр, йәштәр эләгә. Хәҙер банк картаһын 14 йәштән бирәләр. Тимәк, 14 йәштән башлап ҡараҡтар ҡоралына әйләнеү хәүефе барлыҡҡа килә.  Уларҙы социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа ҡармаҡлайҙар. Шулай уҡ еңел аҡса эшләү юлын вәғәҙә итеп, кешеле урындарға иғландар эләләр. Ул иғландарҙа әйтелеүенсә, аҡса эшләү өсөн белем, тәжрибә, оҫталыҡ кәрәк түгел.

Иғландарҙа йә вәғәҙәләрҙә ниндәй фразалар һағайтырға тейеш?

- “Аҡсаға карта ал” (йәнәһе, банкҡа үҙенең продукттарын һатыу планын үтәргә кәрәк);

- “Карталы дуҫыңды алып кил – аҡса ал” ( селтәрле маркетинг кеүек);

- “Лотерея администраторы бул да еңеүселәргә отош ебәр” (йәнәһе, шундай эшкә инергә була);

- “Һеҙгә аҡсамды яңылыш ебәргәнмен, ҡайтарығыҙ, зинһар” (хата операция). Ләкин аҡсаны башҡа картаға йә иҫәпкә ҡайтарырға тәҡдим ителә.

Дропперға нимә янай?

Дропперлыҡ өсөн енәйәт язаһы ҡарала. Хатта үҫмерҙәр ҙә үҙенең картаһы буйынса үткән операциялар өсөн шәхси яуаплылыҡ тота. Дропперҙарҙы полиция тиҙ таба. Шунан улар яуаплылыҡҡа тарттырыла, хатта ҡорбандарға килтерелгән зыянды түләргә тейеш булып сыға. Етмәһә, бөтә мәғлүмәттәре билдәле булғас, киберҡараҡтарҙың улар исеменә кредит алыуы ла бар.

Закон дроппер енәйәтсегә штраф һала, иректән сикләй йә мәхрүм итә. Ете йылға тиклем срокҡа төрмәгә ултырыу ихтималлығы бар.

Банктар үҙ язаһын бирә: карта, онлайн-банкинг ҡулланыуҙан мәхрүм итә. Хәҙерге заманда быларһыҙ йәшәү бик ауыр.

Һығымта: картағыҙҙы һәм реквизиттарығыҙҙы бер кемгә лә бирмәгеҙ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас: