– Настя, нисек ирекмән булып киттең?
– Ирекмәнлеккә юлым йәмғиәтебеҙ өсөн ниндәй ҙә булһа файҙа килтерергә теләүҙән башланды. Сараларҙа һәм акцияларға ҡатнаша торғас, даими эшләүсе ирекмән булыу теләге тыуҙы. Һәм бына биш йыл инде мин — әүҙем ирекмән, тим-лидер, төрлө ирекмәнлек ойошмаларының кураторы!
– Был хәрәкәттә ҡатнашыу нимә бирә?
– Ирекмәнлек – ул үҙ-үҙеңде яҡшыраҡ белеү, эске үҫеш юлы. Мин ул юлдан шатланып, кинәнеп атлайым. Юлымда һоҡланғыс кешеләр осрай, һәр береһенең үҙ тарихы бар. Улар мине рухландыра, илһам бирә.
Ирекмәнлектә ҡатнашыу миңә башҡаларға ярҙамлашыу ғына түгел, шәхес булараҡ үҫеү мөмкинлеген дә аса. Ниндәйҙер бик ҙур, бик әһәмиәтле күренешкә ҡағылышым булыуы тормошома мәғәнә өҫтәй, бөткөһөҙ шатлыҡ бирә.
– Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың? Унда ирекмәнлеккә урын булырмы?
– Мин социаль хеҙмәттәр өлкәһендә белем алыуҙы дауам итергә йыйынам. Йәштәргә ярҙам күрһәтерлек, уларға үҫеш мөмкинлектәре асырлыҡ проекттар менән шөғөлләнергә хыялланам. Ирекмәнлек тормошомдоң мөһим өлөшө булып ҡаласаҡ, сөнки ул миңә тәжрибәм һәм белемдәрем менән уртаҡлашыу ғына түгел, үҙемә лә башҡаларҙан өйрәнеү мөмкинлеген бирә.
– Ирекмәнлек менән шөғөлләнергә уйлаған, ләкин һаман тәүәккәлләй алмаған үҫмерҙәргә, йәштәргә ни әйтерһең?
– Тәүәккәлләгән – таш ярған, тиҙәр. Изге эштәргә ниәтең бар икән, уны мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк. Бәләкәс кенә эштең дә ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, көтөлмәгән яҡшы эҙемтәгә килтереүе бар. Ирекмәнлек эргәбеҙҙәгеләргә һиҙгерерәк, хәстәрлерәк булырға өйрәтә. Ә изге эштәр беҙ йәшәгән донъяны яҡшырта һәм яҡтырта. Мин үҙем нәҡ изгелектең донъяны яҡшыртырына ныҡ ышанам. Ошо мөһим эштең бер өлөшө булыуым менән ғорурланам.
Ирекмәнлек шәхесеңде лә үҫтерә: кеше хәленә керергә өйрәнәһең. Ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан көслө шәхестәрҙән үрнәк алаһың. Улар кеүек ныҡ, ныҡымыш, маҡсатлы булғың килә.
Был сәбәптәр бер ниндәй түләүгә өмөт итмәй генә йәмғиәткә хеҙмәт итеүгә нигеҙ була алмаймы ни? Минеңсә, була ала. Ирекмән булыуға йәш сикләүе юҡ: унда балаларға ла, өлкән йәштәгеләргә лә урын бар.
Әлфиә АҠБУТИНА әңгәмәләште.