Ул география, биология фәндәренән олимпиадаларҙа һәр ваҡыт еңеүселәр иҫәбендә. Шулай уҡ алгебра, биология, физика, география, музыка, һынлы сәнғәт, технология, “Мөһим нәмә хаҡында һөйләшеү”, “Киләсәккә билет” дәрестәрен ярата.
Астрономия менән ҡыҙыҡһыныуы ла ныҡ көслө. Йыһанды, йондоҙҙарҙы күҙәтергә, улар тураһында китаптар уҡырға, йыш ҡына төнгө ҡараңғылыҡта, тышҡа сығып, йондоҙҙарҙы күҙәтергә ярата.
География һәм биология фәндәренән бихисап еңеүҙәре өсөн уҡытыусыһы Фаяз Бирғәли улы Ғиззәтуллинға рәхмәтле Дилә. Уның етәкселегендәге “Яуымбай эҙәрмәндәре” командаһы менән район экологик–туристик слетында ҡатнашып, шәхси беренселектә “Тәүге ярҙам күрһәтеү”, “Азимутты асыҡлау”, “Ағыулы һәм ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙе айыра белеү” буйынса еңеүсе булды.
Өс йәше тулыр-тулмаҫтан, апайҙарына эйәреп, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе булып таныла. Эпос буйынса викторинала, юғары балл йыйып, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына ла лайыҡ булды. .
Киләсәктә илебеҙҙең патриоты, лайыҡлы гражданы булып үҫергә хыяллана алсаҡ һәм кешеләргә ярҙамсыл ҡыҙ.
Дилә Медаева Башҡортостаныбыҙҙы данлаусы ҙур ғилем эйәһе булыр тип өмөтләнәбеҙ! Уға ихлас күңелдән тик уңыштар теләйбеҙ!
Сәйҙә Сәйәхова,
Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.